Районыбыҙҙың иң шәп инәйе кем?

Бөгөн районыбыҙҙың төп сәхнәһендә иң дәртле, иң ҡыйыу, иң егәрле 12 инәй район конкурсы – “Шәп инәй-2022” финалында үҙ көстәрен һынаны. Һайлап алыу турын үткәндән һуң, инәйҙәребеҙ бер аҙналыҡ әҙерлек үтте. Һәм, ниһайәт, бөгөн улар араһында иң шәбен билдәләнек.
Конкурс шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар 6 йүнәлеш буйынса һынау тотто. Инәйҙәребеҙҙең беренсе сығыштары дәртле башҡорт бейеүенән башланып китһә, артабан “Мода-2023″,”Визитка”, “Ретро”, “Ижади конкурс” һәм “Дефиле” тигән һынауҙарҙа үҙҙәренең һәләттәрен курһәттеләр.
Жюри ағзалары кәңәшләшкәндән һуң, “Сая” номинацияһын Мәйгәште аулынан Фәхретдинова Нәсимә Моталлап ҡыҙына, “Ҡупшы” номинацияһын Ҡырҙас ауылы инәйе – Кейекҡужина Гөлсәсәк Камил ҡыҙына, “Етди” номинацияһын – Целинный ауылынан Истамғолова Светлана Камил ҡыҙына, “Мөләйем” номинацияһын Башарова Нәфисә Уилдан ҡыҙына (Тал-Ҡусҡар ауылы) һәм “Баҫалҡы” номинацияһын Ишҡолдан Шағыева Финүзә Тәлғәт ҡыҙына биререгә тигән фекергә килде.
Ә инде урындарға килгәндә, III урынды беҙҙең 3 конкурсантыбыҙ бүлеште. Улар – Камалова Мәүлидә Әсләм ҡыҙы (Дәүләт), Килдейәрова Сара Тәлғәт ҡыҙы (Красная Башкирия) һәм Суфьянова Вәсилә Рафиҡ ҡыҙы (Тупаҡ). II урын Күсем ауылынан Ғабдуллина Йәмилә Рәфәғәт ҡыҙына һәм Юлдаш ауылы һылыуы – Аҡмырҙина Зилфирә Тимерйән ҡыҙына бирелде. I урынды лайыҡлы рәүештә Атауҙы һылыуы – Замалитдинова Гөлнара Шамил ҡыҙы яуланы. Әйткәндәй, Гөлнара Шамил ҡыҙы интернет селтәрендә барған “Шәп инәй – 2022” конкурсында иң күп тауыш йыйып, беҙҙең бағымсыбыҙ – “Инфинити” реклама агентствоһының махсус бүләгенә эйә булды. Һәм, әлбиттә, районыбыҙҙың иң шәп инәйе – Асҡар ауылынан Шәһимәрҙәнова Резида Таһир ҡыҙын Гран-при яулауы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Барлыҡ ҡатнашыусыларға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы теләп ҡалабыҙ! Киләсәктә лә Һеҙгә тик ҙур уңыштар ғына юлдаш булһын!