Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре спортта ла һынатмайҙар

Сибай ҡалаһының Балалар ижады үҙәгендә Урал аръяғы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең спартакиадаһы үтте. Педагог һәм остаз, Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына арналған спорт ярыштарында бөтәһе 8 команда ҡатнашты. Беҙҙең Әбйәлил районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп, Әбйәлил данын яҡлап ҡайттылар! Афариндар!
Фотоальбомға һылтанма: Спартакиада работников культуры