Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан байрам сараһы үтте

Бөгөн район мәҙәниәт Йортонда 25 март – Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө айҡанлы күркәм сара үтте. Мәҙәниәт хеҙмәткәре – ул күңелдәргә рухи аҙыҡ биреүсе, иң сағыу, бик кәрәкле, кешенең донъяға ҡарашын, әхлаҡи нигеҙҙәрҙе булдырыу, эстетик зауыҡ үҫтереү, аң даирәһен киңәйтеү, тыуған ергә һөйөү аша быуындар бәйләнешен тәьмин итеүсе.
Әбйәлил районы Хакимиәте башлығы урынбаҫары Руслан Ғөзәир улы Халилов, социаль үҫеш бүлеге начальнигы Вадим Фәнил улы Ғафаров, мәҙәниәт бүлегенең начальнигы Фәнил Шәйхислам улы Әсәҙуллин, Профсоюз етәксе Заһит Наил улы Ғәбитов район мәҙәниәтен үҙтереүгә ҙур өлөш индереүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләп, уларға Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт Министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Әбйәлил районы Хакимиәте, Әбйәлил районы мәҙәниәт бүлеге, Әбйәлил районы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дөйөм Рәсәй профсоюзы тарафынан әҙерләнгән Рәхмәт хаттарын һәм Почет грамоталарын тапшырҙы. Мәҙәниәт өлкәһендә янып, гөрләп эшләп килгән барлыҡ коллегаларыбыҙҙы Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен, яңы ижади асыштар һәм үрҙәр теләйбеҙ!