Гүзәлкәй -2022

Кисә, 31 март, Район мәҙәниәт йортонда йылдың иң сағыу сараларының береһе «Гүзәлкәй -2022» үтте.  Ун биш йыл рәттән үткәрелеп килгән конкурс хәҙер инде Район мәҙәниәт йортоноң йөҙөк ҡашына әйләнде лә инде.

Быйыл конкурста биш йәштән ете йәшкә тиклемге 13 ҡыҙ үҙҙәренең көсөн һынап ҡараны. Ҡыҙҙар алдында биш һынау торҙо:

  1. «Визитка» (гүзәлкәйҙәр үҙҙәре менән ҡыҫҡаса таныштырҙы һәм шул уҡ ваҡытта үҙҙәренең һөйләү, һүҙ оҫталыҡтарын күрһәттеләр);
  2. «Йәйге мода – 2022» (ҡыҙҙар үҙҙәренең йәйге зауыҡлы кейемдәрен тәҡдим иттеләр);
  3. «Шейпинг» (ҡыҙҙар үҙҙәренең спорт менән дуҫ икәнлектәрен раҫланылар);
  4. «Ижади конкурс» (йыр-бейеүгә булған һәләттәрен күрһәттеләр);
  5. «Дефиле» (ҡыҙҙар матур күлдәктәрен кейеп, сәхнә тирәләй ғорур баҫып, үҙҙәренең итәғәтле, сабыр булыуҙарын күрһәттеләр).

Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, иң күп балл йыйыусы Ҡушый ауылы ҡыҙы – Сафуанова Анелия «Гүзәлкәй -2022» титулына лайыҡ булды.

I урын Ташбулат ауылы һылыуҡайы Ғайсина Заринаға тапшырылды.

II урынды Зәйнетдинова Азалия (Асҡар) һәм Зекрина Даяна (Асҡар) бүлеште.

III урынға иһә өс гүзәлкәй сыҡты. Улар – Әхтәмова Гөлнәзирә (Дауыт), Мөхәмәтғәлина Зарина (Асҡар), Мөхәмәтдинова Самира (Асҡар).

Интернет селтәрендә үткәрелгән «Интернет Гүзәлкәйе – 2022» титулын Мөхәмәтғәлина Зарина  яулаһа, Шафиҡова Айзилә (Ҡырҙас) – «Тамашасы һөйөүе», Мөхәмәтдинова Наҙгөл (Дауыт) «Сая» , Лоҡманова Айгизә (Асҡар) – «Ҡупшыҡай», Латыпова Эвелина (Озерное) – «Тырыш» , Ғәлиуллина Әминә (Тупаҡ) – «Баҫалҡы», Мөхәмәтйәрова Дилә (Асҡар) – «Наҙлы» номинацияларына лайык булдылар.

Барлыҡ гүзәлкәйҙәр ҙә дипломдар һәм конкурстың бағымсылары –  «Урал аръяғы» йәмғиәт инициативаһы Союзы, «Инфинити» реклама агенствоһы, технология уҡытыусыһы – Зилиә Сәлих ҡыҙы Мөхәмәтғәлина, профессиональ фотограф – Иштимер Рафиҡ улы Юсупов, Район мәҙәниәт йорто фотографы – Фәрит Фәтих улы Ихсанов тарафтарынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр һәм сертификаттар менән буләкләнде.