logo
Муниципальное автономное учреждение
«Культурно-досуговый центр»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Башҡорт халҡының милли кейемдәре һәм биҙәүестәре мәңге йәшәһен!

Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы айҡанлы Район мәҙәниәт йортонда даими рәүештә мәктәп балалары өсөн “Халҡым ҡиммәттәре – балаларға” тигән фәһемле лә, күңелле лә кисә үткәрелеп килә. Бындай кисәнең төп маҡсаты: балаларҙы иртә йәштән үҙ халҡының тарихы, йыр-моңо, ғөрөф-ғәҙәттәре менән таныштырыу.
Сараның бер өлөшө тик башҡорт халҡының милли кейемдәренә һәм биҙәүестәренә арналған. Беҙҙең милли кейемдәрбеҙ бик бай. Бигерәк тә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кейгән көмөш тәңкә һәм мәрйендәр менән биҙәлгән селтәр, ҡашмау, сулпы, алҡа, беләҙектәр, балитәкле күлдәктәр, сигелгән елән күҙҙең яуын алып тора.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының баш кейемен алғанда ғына ла – ул үҙенең төрлөлөгө, шул уҡ ваҡытта үҙенсәлеге менән айырылып тора. Шулар араһында ҡашмау, әлбиттә, айырым иғтибарға лайыҡ. Мәрйен, көмөш тәңкәләрҙән тегелгән ҡашмауһыҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙының милли кейемен күҙ алдына ла килтереп булмай.
Борондан һаҡал, йәки түшелдеректе күлдәк, йә камзул өҫтөнән матурлыҡ өсөн генә түгел, ә күҙ тейеүҙән дә һаҡланыр өсөн кейгәндәр. Улар шулай уҡ мәрйен, сәйлән, ваҡ диңгеҙ ҡабырсағы, тәңкәләр баҫылған туҡыманан һәм билдәле бер тәртиптә тегелгән тар туҡымаларҙан торған.