logo
Муниципальное автономное учреждение
«Культурно-досуговый центр»
МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА АБЗЕЛИЛОВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Балаларға арналған ғүмер

Районыбыҙҙың ғорурлығы, кескәйҙәрҙе серле әҙәбиәт иленә әйҙәүсе оло тәрбиәсе, бөтә ғүмерен балаларға бағышлаған әҙибә – Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙы Йәғәфәроваға 75 йәш тулыу айҡанлы Район мәҙәниәт йортонда әҙәби кисә үтте. Сара Айһылыу Йәғәфәрованың әкиәте буйынса әҙерләгән “Бал ҡорто- Нәҙекәйбил” музыкаль пьессаһы менән башланып китте, шулай уҡ “Ҡыпсаҡ ҡыҙы” драмаһын районыбыҙҙың әртистәре оҫта сәхнәләшерҙе. Кисәгә килгән һәр бер кескәй әҙибәнең китаптарынан торған кургәҙмә менән дә таныша алды.
Кисәнән күренештәр киләһе фотоальбомда: Айһылыу Йәғәфәрованың юбилей кисәһе