Азамат Итекәев-“ЮлдашХит-2023” йыр фестиваленең ноябрь айы еңеүсеһе

Әбйәлил һандуғасы – Итекәев Азамат Әсғәт улы Юлдаш радиоһы үткәргән ноябрь хит-парадына үҙенең өр-яңы “Ҡыш уртаһындағы яҙ” йырын тәҡдим иткән ине һәм иң күп тауыш йыйып, “ЮлдашХит – 2023” йыр фестиваленең ноябрь айы еңеүсеһе тип табылды!🏆 Коллегабыҙҙы ысын күңелдән ҙур еңеүе менән ҡотлайбыҙ👏 Артабан да тик уңыштар юлдаш булһын!✨