Афарин, Әбйәлил таланттары!

Бөгөн Район мәҙәниәт йортонда Әбйәлил районы башҡорттары Ҡоролтайының йыйыны үтте. Сара барашында коллегаларыбыҙ- Район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Ғәбитов Заһит Наил улы, “Урал ынйылары” өлөгөлө бейеү ансамбле етәксеһе Фәтхетдинова Әлиә Милләт ҡыҙы һәм Рәхмәт ауылы клубы мәҙәни саралар ойоштороусыһы Баһаутдинова Зөлфирә Вәлиулла ҡыҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының ҡарарҙарын тормшҡа ашырыуға, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы пропагандалауға, телгә һөйөү тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн маҡтау грамоталары менән бүләкләнделәр.✨
Афарин, Әбйәлил таланттары!👏 Һеҙгә артабан да ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ!