14 февраль – Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың тыуған көнө билдәләнә

Бөгөн – Таһир Тайып улы Кусимовтың тыуған көнө.
Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимов 1909 йылдың 14 февралендә Әбйәлил районының Күсем ауылында тыуған.

1928 йылда хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби училищелағы бер йыл әҙерлек курсында уҡый. 1928-1932 йылдарҙа Ҡазандағы берләштерелгән татар-башҡорт хәрби мәктәбендә белем ала. 1936 йылда Новочеркасскийҙа атлы ғәскәрҙәр командирҙары курсында хәрби әҙерлек үтә. Унан ҡайтҡас, бер аҙ ваҡыт ТатЦИК исемендәге уҡсылар дивизияһында айырым кавалерия эскадроны командирының урынбаҫары була.

1938—1941 йылдарҙа Кавказ аръяғы хәрби округының, 77-се Әзербайжан тау-уҡсылар дивизияһының махсус разведка эскадронының командиры булып хеҙмәт итә. Союздаштар килешеүе буйынса, 1941 йылда Күсимов командованиеның махсус заданиеһын үтәй – совет ғәскәрҙәренең Иранға хәүефһеҙ, тыныс үтеп, урынлашыуын тәьмин итә.

1942 йылдың апреленән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 1-се (275-се) полкының командиры. 1943 йылда Днепрҙы кисеп сығыу хәрби операцияһында күрәһәткән батырлығы өсөн полк командиры Таһир Күсимовҡа «Советтар Союзы Геройы» тигән исем бирелә.

1944 йылдың майында Советтар Союзы маршалы С. М. Буденный полковник Таһир Кусимовты М.В.Фрунзе исемендәге хәрби академияға ебәреүҙе юллай.

1947 йылда М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһын алтын миҙалға тамамлай.

Башҡорт халыҡ йыры “Таһир Кусимов”.
1984 йыл Айрат Ҡобағошов Әбйәлил районына, халыҡ ижадын йыйырға, экспедиция менән килә. Маҙһар Мәһәҙиевтан ошо йырҙы яҙҙырып ала.
1999 йыл Салауат Хәмиҙуллин архивтан алып «Дан өсөн тыуғандар»«Генерал Күсимов» исемле документаль фильмында ҡуллана. Райман Ишбаев башҡарыуында был йыр зәңгәр экрандарҙа беренсе тапҡыр яңғырай.
Батырыбыҙҙың исемен мәңгелләштереп ошо йырҙы һеҙгә тәҡдим итәбеҙ!
Рәхәтләнеп бергә ҡушылып йырлағыҙ!