Әсәләр көнө менән!!!

2021.11.26 Әсәйҙәр көнөнә арналған матур сара үтте. Оло баһаға эйә булған әсәләрҙе байрам менән ҡотлап, грамота-бүләктәрҙе тапшырып Әбйәлил районы хаҡимиәте башлығы Илдар Таһир улы Нафиков, Башҡортостан Репсубликаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы Ҡолһарина, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы баҡарма комитеты ағзаһы, йәштәр һәм спорт комиссия рәйесе урынбаҫары Хәлил Юлай улы Рахматуллин тәбрикләп үттеләр. Сара матур концерт менән тамамланды.